Хунак менан имрак

Category: Fiction prose
Genre: Fairy-tales

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бабай менән әбей. Уларҙың бер ир балалары тыуған. Уға Һунаҡ тип исем ҡушҡандар, Һунаҡ бик көслө бәһлеүән булып үҫкән. Бер йоҡлаһа, өс көн, өс төн йоҡлар булған, ти.

Һунаҡ үҫеп еткәс, үҙенә иш табалмайса, көсөн һынау өсөн ситкә сығып киткән, ти. Йөрөй торғас, бер батшалыҡҡа барып сыҡҡан. Батша, быны күреп, бик ҡурҡҡан, ти. «Бөтә батшалығымды алыр был», – тип уйлаған. Батша батырҙы йоҡлаған ваҡытта зинданға һалырға булған. Тик бәйләп бәй сыҙата алмаған, ти. Һунаҡ аҙ ғына ҡыбырҙаһа ла, бәйҙәре өҙөлөп бөтә лә ҡуя, ти. Бәйләп-бәйләп бәй сыҙата алмағас, батша, иң күп йәшәгән ҡарсыҡты саҡыртып алып:

– Кеше бәйләү өсөн нимә ныҡ була? – тип һораған. – Әгәр дөрөҫ әйтмәһәң, башыңды сабып өҙәм, – тип ҡурҡытҡан, ти. Ҡарсыҡ батшаға:

– Эй батша, әйтһәм дә үлтерәһең, әйтмәһәм дә. Кешене бәйләү өсөн, әҙәмдең һырт ҡайышы булыу кәрәк, – тигән. Шул ерҙә әбейҙе үлтереп, һырт ҡайышын алырға ҡушҡан батша. Шуның менән Һунаҡтың ҡул-аяғын бәйләтеп, зинданға япҡан. Шул көйгә Һунаҡ зинданда ятҡан да ятҡан, ти.

Һунаҡ ҡайтмағас, ата-әсәһе бик ҡайғырған. Ошо ваҡытта уларҙың тағы бер балалары тыуған, ти. Уға Имрәк тигән исем биргәндәр. Имрәк Һунаҡҡа ҡарағанда ла шәп үҫкән. Ай үсәһен көн үҫкән, ти.

Берҙән-бер көндө балалар менән көрәшеп йөрөгәндә, Имрәкте малайҙар үсекләй башлағандар.

– Бик көслә булғас, Һунаҡ ағайыңды эҙләп алып ҡайт!– тигәндәр.

Ата-әсәһе Һунаҡтың ҡайҙа икәнен әйтмәгәндәр, Имрәк югереп ҡайтып ингән дә:

– Әсәй, миңә ҡурмас ҡыҙҙырып бир! – тине, ти. Әсәһе ҡурмас ҡыҙҙырған. Ҡурмас ҡыҙып, ҡашыҡ эҫегәс, Имрәк ҡашыҡты алған да әсәһенең ҡулына баҫҡан, ти.

– Әсәй, минең Һунаҡ ағайым бар инеме? – тип һораған. Әсәһе башта, юҡ, тиһә лә, ҡулы яна башлағас:

– Бар ине, балам, бар ине. Тик ағайың китте дә ғәйеп булды, – тигән, ти.

– Улай булғас, ағайымды әҙләп китәм, – тип, Имрәк тынғыһыҙланған, атаһынан суҡмар эшләүен һораған, ти. Суҡмар эшләтеп, ағаһын әҙләргә сығып киткән, ти.

Имрәк Һунаҡҡа ҡарағанда ла көслөрәк булған. Ул, бер йоҡлаһа, ете көн, ете төн йоҡлар булған, ти. Яуыз батшаға етәрәк, Имрәктең йоҡоһо килеп, йоҡлап киткән. Батшаның ярандары, быны күреп, хәбәр һалғандар:

– Шундай бер кеше ята: суҡмары – бер тау, үҙе – бер тау, һис янына барыр әмәл юҡ, – тигәндәр, ти.

Имрәк тын алғанда, ярандар, югереп барып, уның танау әсенә инеп китәләр, тын сығарғанда, югерешеп килеп сығалар, ти. Ахыры, аптырағас, һыбай бесән артмаҡлап килгәндер, ти» былар. Шулай ҙа барыбер, Имрәк тын алғанда, бесәндәре менән инен китәләр ҙә килеп сығалар, инеп китәләр ҙә килеп сығалар, ти. Иң аҙаҡ батша Һунаҡты сығарырға әмер биргән, ти. –Ҡаршы торһа, Һунаҡ ҡына ҡаршы тора алыр быға!– тигән, ти. Һунаҡты сығарып, ярандар менән бергә Имрәк янына ебәргәндәр. Һунаҡ Имрәктең күкрәгенә килеп ултырған да, ҡарап ултыра торғас, илап ебәргән, ти.

– Был батыр, башына ҡараһам да, төҫөнә ҡараһам да, миңә оҡшай,– тип әйтә, ти. Шул саҡта күҙенең бер тамсы йәше Имрәктең битенә тамған, ти. Шул ерҙә Имрәк, уянып китеп, ағаһын ҡырға ырғытҡан да суҡмарына йәбешкән, ти. Һунаҡ:

– Тороп тор, батыр. Хәл-әхүәл һорашҡансы, көрәшмәй торайыҡ. Һин ҡайһы ырыуҙан, ҡайһы илдән, кем улыһың? – тип һораған, ти. Имрәк уға һөйләп биргән:

– Шулай-шулай илдәнмен, шул кешенең улымын, Һунаҡ исемле ағайымды эҙләп китеп барамын, – тин әйткән, ти. Һунаҡ быны ишеткәс, шатланып:

– Бына ағайың мин булам! – тип әйтте, ти. Былар илашып, күрешеп, танышып, батшаны ла, уның яуыз йәндәрен дә ҡырып бөтөрөп, ҡайтып киткәндәр, ти. Ата-әсәһе, ҡартайып, илашып ултырғанда, уландары ҡайтып төшкән, ти.

Улар һаман да бергә йәшәйҙәр, ти.

Available translations:

Bashkir (Original)