Йырзарым

Category: Poetry
Йырҙарым, һеҙ, шытып йөрәгемдә,
Ил кырында сәскә атығыҙ!
Күпме булһа һеҙҙә көс һәм ялкын,
Шул ҡәҙәрле ерҙә хакығыҙ.
Һеҙҙә минең бөтә тойғоларым,
Һеҙҙә минең керһеҙ йәштәрем,
Һеҙ үлһәгеҙ, мин дә онотолормон,
Йәшәһәгеҙ, мин дә йәшәрмен.
Мин кабыҙҙым йырҙа ялкын итеп
Йөрәгем һәм хаклык кушканды.
Йырым менән дуҫты иркәләнем,
Йырым менән еңдем дошманлы.
Алдай алмаҫ мине түбән ләззәт.
Вак тормоштоң сыбар пәрҙәһе.
Шиғырымдағы ысынлыҡ, ут һәм һөйөү
Йәшәүемдең бөтә мәғәнәһе.
Үлгәндә лә йөрәк тоғро булыр
Шиғырымдағы изге антыма.
Бар йырымды илгә бағышланым,
Ғүмеремде лә бирәм халкыма.
Йырлап үттем данлы көрәш ҡырын,
Йырлап килдем тормош яҙыма.
Һүңғы йырым палач балтаһына
Башты тотҡан килеш яҙыла.
Йыр өйрәтте мине хөр йәшәргә
Һәм үлергә ҡыйыу ир булып,
Ғүмерем минең моңло бер йыр ине.
Үлемем дә яңғырар йыр бүлып.
1943