Ялангасбай менан Алдар

Category: Fiction prose
Genre: Fairy-tales

Ҡыш көнө, ти. Бер мәлде байҙың йәрминкәгә барырын белеп. Алдар ҙа Юлға сыҡты, ти. Алама кейемдәрен кейен, таң һарыһынан сьгкты ла, сатлама һыуыҡ булһа ла .тирҙәрен һыпырып ултырған кеше булды, ти. Хәҙер шәй ат менән бай килә. Алдарҙы күрҙе лә туҡтаны, ти, был.

— Нишләп ултыраһың?

— Тирләп кителеңде.

Шулай тине лә тағы тирен һыпырғандай итте, ти, Алдар. Бай йылы тун кейгән була.

— Мин бик өшөнөм алайһа,— тине, ти.

— Өшөрһөң шул. Бындай көндә кеше шулай кейенәме? Мә, минең кейемде кейеп, ошонда ултырып тор әле. Хәҙер йылынып, тирләп китерһең. Ә толобоң менән атыңды миңә биреп тор, мин бер минутта килеп етермен,— тине, ти.

Кейемдәрен алмаштырыштылар, ти, был икәү. Байҙың яҡшынан яҡшы тире тунын кейеп, санаһына ултырҙы ла сабып сыҡты ла китте, ти, Алдар. Алдар йәрминкәгә бара. Атты алыштыра. Өҫтәү ала. Хәҙер аҡса ла бар. Тун да бар, ат та бар — кәләш кенә юҡ. Етмеш саҡрым ер китә лә килеп төшә был бер йортҡа. Шунан үҙенә ҡыҙ һората.

— Кем улы булаһың һуң? — тип һорайҙар икән бынан.

— Минең атай-әсәйҙе һеҙ белмәҫһегеҙ. Мин Яланғасбайҙың улы,— тип яуап бирә Алдар.

— Үҙеңдең исемең кем була?

— Алдар.

Шулай танышып, хәҙер ҡыҙҙы алмаға килешә. Ала ла ҡыҙ йортонда тора башлай. Йәйгә сыҡҡас, иленә ҡайтырға сыға.

Ҡайтып барғанда, теге байҙың туғай тулып йөрөгән һыйыр, ҡуй көтөүҙәрен осраттылар, ти. Хайран ҡалып килгән ҡайны-ҡәйнәһенә:

— Бына ошо мал вис минеке инде,— тине, ти, Алдар, һарыҡ-ҡуйҙарҙы өйөрөп алып ҡайтты ла, һуйып, туй яһаны, ти. Теге мәлдә Алдар һүҙенә ышанып, саҡ-саҡ туңмай ҡалған бай, быны ишеткәс, асыуынан шартланы ла үлде, ти.

Available translations:

Bashkir (Original)