Исмай

Категория: Художественная проза
Жанр: Сказки

Борон-борон заманда бер батшаның бер ҙә балалары тормаған: тыуған бере үлеп торған. Батша, аптырап, күрәҙәсе әбейгә барған.– Ни эшләп беҙҙең балаларыбыҙ тормай? – тип һораған.

– Балаларығыҙ тыуғас, егерме йәшкә тиклем ер аҫтында аҫырағыҙ,–тигән күрәҙәсе әбей.

Ошонан һуң ҡыҙ балаһы тыуғас, батша уны ер аҫтына йәшереп ҡуйған, шунда аҫыраған. Ҡыҙға етә йәш тулғас, уны уҡыта башлағандар, ер өҫтөндө яҡты донъя барлығын һөйләгәндәр. Ҡыҙҙың яҡты донъяны бик күргеһе килгән. Ун ике йәше тулғанда, атаһынан рөхсәт һораған. Ҡыҙ бик үтенгәс, атаһы риза булған да, быға аҙ-аҙ ғына яҡты донъяны күрһәтеп индерер булғандар. Шунан был ҡыҙ тағы ла дөртләнеңкерөп уҡый башлаған, яҡты донъя менән һоҡланыуы артҡандан-арта барған. Ун ете йәшенә еткәс, оҙаҡҡараҡ сыгарыуҙарын һораған. Бик матур бер аяҙ көндө уға иптәш ҡыҙы менәп алма баҡсаһында йөрөргә рөхсәт иткәндәр. Шул саҡта бер ҡара болот килеп сыҡҡан да, ел-дауыл ҡубып, ҡыҙҙы осороп алған да киткән.

Батша был хикмәткә бик аптыраған, тирә-яҡҡа һорән һалған:

– Кем дә кем ҡыҙымды табып килтерә, шуға ярты байлығым менән ҡыҙымды бирәм, – тигән.

Батша әмерен ишетһәләр ҙә, һис кем, батырсылыҡ итеп, ҡыҙҙы әҙләргә сыҡмаған. Йке-өс ай ваҡыт үтеп киткән. Шул ваҡытта эш әҙләп йөрөгәнендә, Исмай тигән бер егет батша яҙып әлгән ҡағыҙҙы күреп ҡалған да батшаға барған.

– Ҡыҙыңды табам, ике иптәш, бер пароход, бер йыллыҡ аҙыҡ әҙерлә, – тигән.

Батша быға риза булған, Исмайҙың әйткәнен барыһын да үтәгән. Ике иптәш алып, пароходҡа бер йыллыҡ аҙыҡ тейәп, Исмай хәтәр юлға сығып киткән. Бик күп ваҡыт барғандар былар. Бара торғас, диңгеҙ бер тауға килеп терәлгән. Ҡараһалар, диңгеҙ һыуы, өйөрөлөп-ойөрөлөп, шул тау тишегенә ағып ята икән. Пароход менән бынан үтеү мөмкин булмағас, былар ошонда туҡтарға булғандар. Ҡыҙҙы әҙләп, тау башына мепеп киткәндәр. Көп дә икеһе әҙләй, береһе пароходта ҡала икән.

Бер көндө Исмай менән икенсе иптәше ҡыҙҙы эҙләргә сығып киткәс, күп тә үтмәй, яр ситенә бер һыбайлы кеше килеп туҡтай. Ул үҙе бер ҡарыш, һаҡалы мең ҡарыш була.

– Аттан төшөр! – тип ҡысҡыра ҡарт. Егет аттан төшөрә.

– Мине күтәреп эскә индер! – ти тағы.

Егет ҡартты күтәреп пароходҡа алып менә. Бабай ашарға Һорай. Егет иптәштәренә тигән итте ашата. Ҡарт бөтә ашты ашап ботә, ҡәнәғәт булмай, тағы һорай. Егет:

Башҡа юҡ,– тип яуап биргәс, ҡарт егеттең ҡулын ишеккә ҡыҫтырып сыға ла китә. Егет ҡулын саҡ тартып ала. Бармағы ҡанағас, егет ҡулын бәйләп ҡуя. Кис менән иптәштәре каита, ашарға һорайҙар. Егет яуап бирмәй.

-- Ҡулыңа ни булды?

Егет тағы яуап бирмәй.

Иртәгеһен икенсе иптәштәре пароходта ҡала. Әлеге һаҡалы мең ҡарыш, үҙе бер ҡарыш ҡарт тағы килә. Килеп, үҙен күтәртеп индереп, бешкән иттәрен ашап бөтөп, егеттең ҡолағынан сәйгә аҫып сығып китә. Өсөнсө көндө ике иптәше ҡыҙҙы эҙләп китә. Исмай пароходта ҡала. Теге ҡарт килә.

– Аттан төшөр! – ти ҡарт. Исмай уны аттан төшөрә.

– Мине күтәреп индер!

Исмай быны күтәреп пароходҡа алып инә.

– Ашарға бир! – ти ҡарт.

– Хәҙер иптәштәрем ҡайта, бергә-бергә ашарбыҙ, – ти

Исмай.

Ҡарт, ырғып тороп, Исмаиға ташланғайны, Исмай бының һаҡалынан эләктереп ала ла пароходтың тотҡаһына бәйләп ҡуя. Тиҙҙән иптәштәре лә ҡайта.

– Хәҙер мин белдем инде пи өсөн һеҙҙең ашығыҙ әҙер булмағанын, – ти Исмай. – Ана, сығып ҡарағыҙ, бабайығыҙҙы аҫып ҡуйҙым, – ти.

Сығып ҡараһалар – бабай юҡ, һаҡалы ғына елберҙән тора, ти.

Иртәгеһен егеттәр бабайҙы әҙләп сығып китәләр. Юлын ҡыуып барһалар, теге ҡарт бер мәмерйәгә кереп киткән. Былар һаҡалдан арҡан ишәләр ҙә, береһе мәмерйә тишегенә төшмәксе була. Төшә башлағас, ҡараңғынан, һаҫыҡтан ҡурҡып, был кире сығарыуҙарын һорай. Уны тартып алалар. Икенсеһен то-шөрәләр. Уныһы ла кире сыға. Шунан Исмай уҙе төшә. Арҡан бөттө тигәндә, был төшөн тә етә. Ҡараңғы тип тормай, китә был ары. Бара биргәс, бер яланға килеп сыға. Ялан уртаһында бер йорт тора, йортта бер әбей менән бабай йәшәй, ти. Исмай өйгә инә, һаулаша, ни эшләп йөрөгәнен, хәл-әхүәлдәрен һөйләй. Әбей менән бабай тыңлап ултыралар ҙа Исмайға юл өйрәтәләр.

– Бынан ары дейеү заты йәшәгән ер булыр. Тәүҙә ҡош ояһы осратырһың. Ҡош ояһы аҫтында йөҙ асҡыс, туҡһан туғыҙы көмөш, йөҙөнсөһө алтын булыр. Шул асҡыстарҙы алып, йөҙөнсө бүлмәгә етһәң, унда ҡарт ятыр, ә һин эҙләгән ҡыҙ быяла шкафта булыр, – тиҙәр.

Егет юлға сыға. Тиҙҙән теге ҡошто ла барып таба. Ҡош шундай уҫал, егетте яҡын да ебәрмәй, ти. Алыша торғас, егет уны еңә. Асҡыстарҙы оянан ала ла бүлмәләрҙе асырға тотона. Туҡһан һигеҙенсе бүлмәлә бөтә дейеүҙәр йыйылышып кәңәш ҡороп ултыралар икән. Үҙе бер ҡарыш, һаҡалы мең ҡарыштың улы:

– Ер өҫтөндә минең атайға һөжүм иткәндәр, иртәгә үк һуғышҡа китәйек, – ти.

Ҡарттың улы һөйләп бөтоү менән, Иомай ишекте шар асып ебәрә. Дейеүҙәр ишектән берәм-берәм сығып тора, егет уларҙың башын өҙә сабып тора. Шулай итеп, бөтә дейеүҙәрҙе ҡырып бөхэ. Исмай йөҙөнсө бүлмәне алтын асҡыс менән асып инһә – бүлмәлә сәңгелдәк, сәңгелдәктә ҡарт йоҡлап ята. Егет уны үлтерә лә шкаф эсендәге ҡыҙҙы сығара. Ҡыҙ яҡты донъя күрә алмай һарғайып, кибеп бөткән, ти.

– Үләһең, өгөт, тиҙерәк сыҡ, – ти ҡыҙ.

– Ниңә сығайым, һино ҡотҡарырға килдем мин, – тип, Исмай тегә ҡарттың үле кәүҙәһен күрһәтә. Был шатлыҡтан ҡыҙ:

– Вәғәҙәм – антым булыр, – тип, егеткә алтын балдаҡ

бирә.

Исмай менән ҡыҙ, ер өҫтөнә сығырға тип, әлеге тишеккә киләләр. Егет тәүҙә ҡыҙҙы бауға бәйләп сығара, унан үҙе күтәрелә башлай. Өҫтә иптәштәренең Исмайҙы сығармаҫҡа һөйләшеп торғандарын ишетеп ҡала ла бауға түмәр тағып сығара. Арҡан өҙөлөп килеп төшә. Егет арҡанды ялғай ҙа икенсегә үҙен бәйләп сыға *. Сыҡҡас, бер ни ҙә өндәшмәй. Күмәкләшеп пароход янына киләләр. Ашал-асеп ял итеп алалар ҙа пароходҡа ултырып ҡайтып китергә булалар. Пароходҡа инәп ултырғас, Исмай ҡулына ҡараһа, бармағында төгө ҡыҙ биргән йөҙөк юҡ, йыуынған ерендә онотоп ҡалдырған, ти. Шуны алырға тип, ярға сыҡҡан арала иптәштәре китәләр ҙә баралар. Ҡыҙҙы ҡурҡытып, мине ошо ике егет тапты, тип әйтергә мәжбүр итәләр.

Исмай утрауҙа яңғыҙы тороп ҡала, һунарҙа йөрөй, йәнлектәр аулан туҡлана. Утрауҙағы бер ағасты бер ай буйы кимереп йыға ла, шуға атланып, диңгеҙҙең аръяғына йөҙөп сыға. Тирә-яғына ҡараһа, алыҫта бер ауыл күрә. Барһа, был ауылда дейеү заты йәшәй, ти. Егет дейеүҙәрҙә ҡыра ла батшаларына бара.

– Миңә эш бир, – ти Исмай. Батша уға эш бирмәй:

– Беҙҙең дейеүҙәрҙе ҡырғанһың, – ти.

– Эш бирмәһәң, бөтә донъяңды тар-мар итәм, – ти Исмай. -- Ярай, улай булғас, – ти дейеүҙәр батшаһы, – минең ике

улым бар; береһе аттарға һыу эсерә, икенсеһе бесән һала, ә һин аҫтарын таҙартырһың, – ти.

Исмай аттарға һыу ҙа эсерә, бесән дә һала, тиҙәген дә таҙарта. Яҡшы эшләгәс, дейеүҙәр батшаһы быны ярата башлай. Бер ай самаһы ваҡыт уҙа. Бер көндө ат эсергәндә, Исмай батша улына:

-- Атайың мине бер айға өйгә ҡайтарһа ине, – ти.– Ул ҡайтарыр, һиңә аттың иң яҡшыһын һайлап алырға ҡушыр, ә һин һарайҙағы иң алама атты һора. Ҡылыстарҙың иң яҡшыһын һайлатыр, ә һин тартмалағы алама ҡылысты һора, – ти дейеү батшаһының улы.

Исмай батшанап:

– Өс көнго генә ҡайтып киләйемсе, – тип һорай. Батша

рөхсәт итә:

– Яҡшы эшләнең, теләгән атыңды, теләгән ҡылысыңды һайлап ал, – ти. Егет;

– Миңә яҡшыһы кәрәкмәй, эйәһенә күрә бейәһе, һарайҙағы алама ат менән тартмалағы иҫке ҡылыс та миңә ярар, – ти. Батша уйлап тора ла рөхсәт итә. Егет юлға сырыр алдынан ғына батша быға бер көҙгө бирә.

– Атыңа өс һуҡ та күҙеңде йомоп ас – һин түңәрәк яланда булырһың, шунда ял ит. Унан тағы өс тапҡыр һуҡ та күҙеңде йомоп ас – ҡылдан нәҙек, ҡылыстан үткер күперҙе үтерһең, шунан ауылығыҙҙа булырһың, – ти батша.

Исмай атына өс тапҡыр һурып, күҙен йомоп асһа, түңәрәк яланда була. Шунда ял итә. Тағы өс тапҡыр һуғып, күҙен йомоп асһа, – ҡылдан нәҙек, ҡылыстан үткер күперҙе үткән, ауылдарына еткән. Ауыл ситендәге ярлы ғына ҡарсыҡҡа инә был. Ҡараһа, батша һарайының башында ҡыҙыл тыу елберҙәгәнен күрә.

– Ни уңай менән ҡыҙыл тыу әлгәндәр? – тип һорай Исмай әбейҙән.

– Батшабыҙҙың ҡыҙын тапҡандар, улар бөгөн килеп етергә тейештәр, бөгөн туй була, бөтә халыҡ барырға тейеш, – ти әбей. Кисләтеп кенә Исмайҙың ике иптәше менән ҡыҙ килеп төшәләр. Батша халыҡты туйға саҡыра.

Бөтә халыҡ туйға йыйыла. Ауыл осондағы был әбей иң аҙаҡ бара.

– Бөтә халыҡ килеп бөттөмө? – тип һорай батша.

– Юҡ, беҙҙә бер юлаусы ҡалды, – ти әбей. Әбейҙе Исмай артынан ебәрәләр. Исмай әбейҙе йәлләп бара. Батша халыҡҡа:

– Ике егет ҡыҙымды тапҡан. Икеһенә лә ҡыҙымды би-ром, – ти. Батша һөр кешегә берәр туҫтаҡ бал тоттора. Икенсә аяҡты ҡыҙ үҙе өләшә. Исмай иң аҙаҡта торған була. Ҡыҙ уға бал бирә, егет һул ҡулы менән алырға итә.

– Уң ҡулың менән ал, – ти ҡыҙ.

– Юҡ, уң ҡулым бысраҡ, туҫтағығыҙҙы буяр, – ти өгөт.

– Юҡ, тотоғоҙ, бысрамаҫ, – ти ҡыҙ. Егет һаман:

– Йоғошло ауырыу менән ауырый ул, – тип ныҡыша. Улай булғас, врачҡа күрһәтәйек, - - ти ҡыҙ. Бөтә халыҡ

йыйылғанлыҡтан, халыҡ араһында врачтар ҙа була. Шунда уҡ врач саҡыртып, ҡарарға тип ҡулын сисәләр. Ҡыҙ егет ҡулында үҙ балдағын күрә лә батшаға:

– Бына мипө тапҡан өгөт, ә тегелөрө мине ҡурҡытып әйт-төрҙөләр, – ти. Батша Исмайҙың ике иптәшен үлем язаһына тарттыра, ҡыҙып Исмайға бирә.

Былар шулай бер нисә йыл рәхәтлектә йәшәйҙәр.

Бер ваҡыт икенсе батша быларҙы ҡунаҡҡа саҡырып килә. Икенсе батшайың улы, ҡыҙҙы күреп, уға ғашиҡ булған икән. Егет менән Исмайҙың кәләше, нисектер инде, үҙ-ара һүҙ ҡуйышып та өлгөргән булалар.

– Мин һине яу менән барып алырмын, – ти батша улы. Исмай кәләше риза була. Ҡунаҡтан һуң былар ҡайтып китәләр.

Иртәгеһен батшаның улы был батшаға һуғыш иғлан итә. Батша Исмайға һуғышҡа әҙерләнергә ҡуша. Исмай: «Мин һуғышырға теләмәйем», – тип ята ла йоҡлай.

Теге яу әйтелгән сәғәттә быларҙың ҡалаһына баҫып инә. Батша ни эшләргә дә белмәй, бик бошорғолана. Исмай, уянып китеп, урамға сыҡһа, – урам тулы ғәскәр, ти. Инә һалып, ҡылысын алып сыға ла бер һелтәү менән теге батшаның теҙелеп торған ғәскәрен ҡыра һуға ла ҡуя. Теге батша улы аптырай, ҡыҙға хат яҙа. «Ул ниндәй ҡылыс икәнен бел дә һиҙҙермәй генә миңә ебәрт», – ти.

Ҡылысты алыр өсөн, ҡыҙ Исмайҙы эсереп иҫертә. Ҡыҙ нәҡ шундай ҡылысты Исмайҙың ҡылысы урынына элә лә уныҡын батша улына ебәртә. Күрше батша тағы һуғыш иғлан итә:

-- Шул сәғәт, шул минутта һуғыш буласаҡ, – ти.

Батша тағы Исмайға килә. Егет тағы баш тарта. Әйтелгән сәғәттә күрше батшаның ғәскәрҙәре килеп етә. Исмай сыға ла ҡылысы менән һелтәй, ҡылысы бер ҙә сапмай. Батша улы ҡылысы менән һелтән ебәрһә, Исмай атының дүрт аяғы бер юлы оҙолөп тошә. Исмай аптырай, һыу буйына йыуынырға төшә, дейеү батшаһы биргән көҙгөгә ҡарай. Ҡарауы була, үҙе хеҙмәт иткән батшалыҡта була. Дейеү батшаһы уға тағы бер коҙгө менән бер сәскә бирә.

– Ҡайҙа булырға теләүеңде әйтеп, көҙгөнө ватһаң, шул урында булырһың; икенсе затҡа әйләнергә теләп сәскәне ҡапһаң, шул затҡа әйләнерһең, – ти.

Исмай: «Үҙем һуғышҡан батшаның ҡалаһына илт!» – тип көҙгөнө ватҡайны, шул ҡалала булды, ти. Күп уйлап тормай, ҡала баҙарына килә был хәҙер. Бер оло ғына ҡартты саҡырып ала ла:

– Бабай, һиңә аҡса кәрәкме? – тип һорай.

– Кәрәк, улым, кәрәк, – ти ҡарт.

– Кәрәкһә, бына һин нимә эшлә: мин хәҙер бер бик шәп атҡа әйләнермен, һин шуны һатырһың, тик бик ҡиммәт һора, батша улы ғына алырлыҡ булһын. Ә Югәнде һатма, – ти.

Бабай риза булғас, Исмай, теләген әйтеп, сәскәне ҡапҡайны, бынамын тигән матур атҡа әйләнә. Бөтә халыҡ ат тирәһенә йыйыла. Алғылары килә – хаҡ бик юғары, бер кемдең дә алырға көсө етмәй. Батша улы килә. Биш йөҙҙө бирә лә атты югәне менән бергә алып китә. Уйламаған ерҙән шул саҡлы аҡса ҡулға килеп төшкәс, бабай югән хаҡында онота. Батша улы атты кырандасҡа егеп алып ҡайта ла, инеп, ҡатынына

әйтә:

_ Бына тнгон ат һатып алдым, – ти.

Ә ҡатыны аттың Исмай икәнен белә, уны үлтерергә ҡуша. Ялсы ҡыҙыҡай быларҙың һөйләшкәнен ишетеп ҡала ла, атҡа

килеп:

– Харап итәләр һине, – ти.

– Минең башыма һуғырҙар, мейем сәсрәр, һин минең мейемде алма баҡсаһына күм, – ти.

Батша улы сыға.

_ Мә, ал көрәгеңде, Исмай! – тип аттың башына һуға. һуҡҡан ыңғайы аттың мейеһе сәсрәп, ҡыҙҙың итәгенә барып төшө. Аттың һөйәген үртәйҙәр. Ҡыҙ үҙенең итәгенә килеп төшкән мейене алма баҡсаһына илтеп күмә. Шул урында бик матур алмағас үҫеп сыға. Ә батша улы менән батша ҡыҙы атты үлте-реүҙәрепә шатланышып йәшәй башлайҙар.

Бер көндө былар икәүләшеп алма баҡсаһына сыҡһалар, батша улы яңы үҫеп ултырған алмағасты күреп ҡала. Бығаса булмаған был алмағастың алмалары үҙе күп, үҙе ҡып-ҡыҙыл булып янып тора, ти. Батша улы, быға бик ҡыҙып, алма өҙөп алып ашарға ынтылғайны, ҡатыны быны тотоп ала.

– Ҡуй, ашама! Ул – алма түгел, Исмай! – тип ҡысҡырып ебәрә. Ире аптырай.

– Ни эшләп бөтәһе лә Исмай ҙа Исмай һуң әле ул?! – ти. Шунан хеҙмәтселәренә был алмағасты төбө-тамыры менән йолҡоп алып үртәргә ҡуша. Ялсы ҡыҙ эште һиҙеп ҡала ла алмағасҡа килә:

– Харап итәләр бит һине, – ти.

– Мине балта менән сапҡан ваҡытта ситкә ырғыған тапты һыуға ырғыт, – ти алмағас ҡыҙға. Алмағасты сабып йығалар, киҫкеләп үртәйҙәр. Был әште ҡыҙ ситтән генә ҡарап тора. Алмағасты тураҡлаған саҡта, бер тап бының алдына килеп төшә. Ҡыҙ тиҙ генә ала ла күлгә ырғыта. Тап, өйрәккә әйләнеп, йөҙөп китә.

Бер замап батша улы һунарға сыға. Күлдең ситендә генә матур өйрәк йөҙөп йөрөгәнен күреп, уны атмай ғына алырға уйлай. Өйрәккә яҡын килә. Өйрәк яр ситенән саҡ ҡына адыҫая. Егет өйрәктө ҡурҡытмай ғына тағы алға ынтыла, өйрәк тағы шыла. Шулай итеп, өйрәк ярҙан алыҫыраҡ киткән һайын, егет тә һыуға эскәрәк инә. һыу тәрәнәйә башлағас, өгөт сисенеп төшә. Өйрәк кинөт күлгә сумып китә лә Исмайға әйләнеп килеп сыға. Тиҙ генә ярға сыға ла аттың эйәрендәгө үҙ ҡылысын ала. Батша улы ярға әйләнеп килеп сыҡҡайны, ҡаршыһында Исмай баҫып торғанын күреп, ҡойола ла төшө. Исмай күп уйлап тормай: «Йә, етер һиңә, бәдбәхет!» – тип тегенең башын саба ла өҙә. Шунан ҡатыны йәшәгән һарайға килә. Ҡатыны ҡаршы сыға.

– Гонаһың ҙур, – тип Исмай уны ла үлтерә.

Әлеге ялсы ҡыҙҙы кәләш итеп алып, батша булып, Исмай әле лә йәшәп ята, ти.

Доступные переводы:

Башкирский (Оригинал)