Тан батыр

Категория: Художественная проза
Жанр: Сказки

Борон-борон заманда бер хан йәшәгән, ти. Бының бер балаһы ла булмаған. Шунан бер убырлы ҡарсыҡ:

– Хан, һин һунарға киткән саҡта ҡатыныңды айырып кит. Былай ни, бер затың да ҡалмай бит үҙеңдең, – тигән. Хан ҡатынын айырған да, юлдаштарын эйәртеп, һунарға киткән.

Ҡатыны йылғаға килеп ҡайғыһын һөйләп ултыра икән, бер балыҡ килеп сыҡҡан да, телгә килеп:

– һин ҡайғырма, бына һиңә өс балыҡ, шуларҙы бешереп аша, тик баштарын аш бешереүсегә ашатырһың, – тигән.

Был ҡатын ҡайтҡан да шулай иткән икән, үҙе лә, аш бешереүсе лә ваҡытлы булып киткәндәр, ти. Шунан инде хандың ҡатыны өс ҡыҙ бала тапҡан, ә аш бешереүсе ваҡытлы булыуына ғәрләнеп сығып киткән, ти.

Хан һунарҙан ҡайтып төшә. Ҡайтыуына туптай өс ҡыҙы донъяға килеп торған, ти. Хандың балалары ҡыҙ булғанға бер-ни тиклем кәйефе ҡырылған ҡырылыуын, шулай ҙа бик ҡыуанған, ти. Хан ҡыҙҙарын өрмәгән ергә ултыртмай икән. Бер ҡайҙа ла сығарып йөрөтмәй, ти, балаларын. Ҡыҙҙары ун ете йәшкә етеп, аңлай башлағас:

– Атай, беҙҙең дә яҡты донъя күрәһебеҙ килә, ниңә беҙҙе һәр ваҡыт һарай эсендә һарғайтып тотаһың? – тиешкәндер.

Хандың күңеле йомшарып китеп, ҡыҙҙарын донъя күрергә сығарырға риза була. Елкәнле кәмәгә ултырып, ҙур һаҡсылар менән был ҡыҙҙар күңел асырға сығып китәләр. Аҙмы-күпме ваҡыт үтмәй, диңгеҙ ҡутарып, ел-дауыл ҡубып китә. Ҡубып тора ла шунда уҡ тынысланып та ҡуя. Бәй, ҡараһаң, теге хандың өс ҡыҙы ла күҙҙән юғалған, ти. Ханлыҡҡа бик ҙур ҡайғы килде бит инде. Һаҡсыларҙың бөтәһенең дә баштарын ҡыр-ҡырга әмер бирҙе, ти, был хап.

Хан юғалған ҡыҙҙарының ҡайғыһы менән бутала торһон, ти, беҙ аш бешереүсе хәленә киләйек. Аш бешереүсе, илай-һыҡтай бара торғас, бер урманда өйгә тап булды, ти. Ҡайҙа барһын инде, шунда туҡтарға, шунда йәшәргә уй тотҡан. Был аш бешереүсенең бына тигән өс улы донъяға килде, ти. Сабыйҙарҙың береһе таңда, икенсеһе төштә, өсөнсөһө кис менән тыуҙы, ти. Шуға күрә лә әсәһе Таң, Төш, Кис тип исем ҡушты, ти, балаларға. Егеттәр бик батыр һунарсы булып үҫтеләр, ти.

Хәҙер ҡабат тегеләргә килһәк, хан, ат еткән ергә ат, хат еткән ергә хат ебәреп, ҡыҙҙарын эҙләтә башлаған, – бер хәбәр-хәтер ҙә ишетелмәгән. Шунан ҡыҙҙарҙы юллап сығырға батыр егеттәр эҙләй башлаған. Бик күп эҙләгәс, бер тимерсе егетте табып алған. Тимерсе егет риза булған да әҙерләнеп сығып киткән, ти. Бара икән был, бара икән, бара торғас, урман уртаһында бер өйгә тап булған, шунда бер әбейҙе осратҡан:

– Әссәләмәғәләйкүм, ебей?

– Ни хәл, балам? Әйҙә, түрҙән уҙ, тамаҡ ялғап, ял итеп китерһең. Минең батыр улдарым менән танышырһың, – тигән әбей.

Күп тә үтмәй, әбейҙең улдары дөбөр-шатыр ҡайтып та төштөләр, ти.

Тимерсе егет, Таң, Төш, Кис менән танышып, үҙенең китеп барыу маҡсатын һөйләп биргәс, әлеге егеттәр:

– Һин, ҡайтып, өс ҡылыс эшләтеп алып кил, шунан бергәләп юлға сығырбыҙ, – тигәндәр, ти. Тимерсе егет кире хан иленә ҡайтып, оҫта тимерсе иптәштәре менән бергәләп, бик яҡшы өс ҡылыс эшләп, шул өс ҡылысты алты пар атҡа тейәп, тағы ла юлға сыҡҡан, ти. Әлеге әбей йортона килеп етһә, теге өс егет быны көтөп торалар икән. Әбейҙән ризалыҡ алып, егеттәр юлға сығып киткәндәр, ти. Ризалыҡ һорағанда, әбей ҙә әллә ни ҡаршы тормаған: үҙенең хужабикәһенең ҡыҙҙарын эҙләргә барғандарын белә бит инде.

Былар дүртәүләп сығып киткәндәр. Ай барғандар, йыл барғандар, бара торғас, бер тәгәрәп барған ут күреп ҡалғандар. Баҫтырып етеп, ҡылыс менән һуҡҡандар икән, тешен ыржайтып, бер убыр әбейе ултыра, ти, шул урында.

– Әбей, беҙ хандың юғалған ҡыҙҙарын әҙләп барабыҙ, беҙгә юл өйрәт, – тигәндәр.

Әбей ҡаршылашырға уйлап ҡараһа ла, ялтырап торған ҡылыс күтәрелә башлағас, ауыҙынан бер мискә ҡоҫоп сығарған. Был кискә шунда уҡ күҙ алдында кәбән ҙурлығы булып кит-кән, ти.

– Барығыҙ, шул мискә артынан ҡалмағыҙ! – тигән дә убыр әбей күҙҙән юғалған. Ҡараһалар, теге мискә лә тәгәрләй ҙә тәгәрләй, тәгәрләй ҙә тәгәрләй, ти.

Егеттәр нисек етте улай, көс-хәл менән өлгөрә-өлгөрә, мискә артынан югерәләр, ти. Бара торғас, мискә бер ер тишегенә төшөп китте, ти. Хәҙер кемгә алдан төшөргә? Өс батыр алдан төшөргә теләп, үҙ-ара бәхәсләшә башланылар, ти. Бәхәсләшә торғас, арала иң көслөһө Таң еңеп, ул төшөргә булды, ти. Шунан, бер ҡаҙанға ултырып, төпһөҙ ҡойоға тешәп тә китте, ти, был.

Егет төшөп етә лә ер аҫтынан китеп ултыра. Бара торғас, бер баҡыр һарайға тап була. Баҡыр алмалар үҫеп, ҡойолоп тора, ти. Таң батыр баҡыр һарайҙың ишеген асып инһә, хандың оло ҡыҙы ултыра, ти, шишмәләй йәшен ағыҙып. Таң:

– Мин Таң атлымын, һине ҡотҡарырға килдем, – ти.

– Эй батыр егет, тиҙерәк китә һал, юғиһә һәләк булырһың! Минең ирем – өс башлы дейеү, хәҙер ҡайтыр ваҡыты ла етте инде, – ти теге ҡыҙ.

– Ул ҡайһы яҡтан ҡайта?

– Баҡыр күпер аша ҡайта.

Таң батыр, йәһәт кенә әҙерләнеп алып, баҡыр күпер эргәһенә соҡор ҡаҙып, әҙерләнеп ятты, ти. Бер ваҡыт, күпер дерелдәгәнгә Таң батыр әйләнеп ҡараһа, дейеү, өс башын болғай-болғай, күпер аша ҡайтып килә, ти. Таң һикереп сыға ла:

– Алышмы, бирешме? Мин хан ҡыҙын алып ҡайтырға килдем, – ти. Дейеү:

– Алыш! – ти ҙә, күҙҙәренән ут сәсрәтеп килеп, Таң батырҙың биленән ҡыҫып та ала. Шул ваҡыт Таң батыр, бер елкенеп, дейеүҙе һауаға сорғотоп ебәргән икән, теге дейеү, баҡыр күпер өҫтөнә төшөп, йәнен дә бирҙе, ти. Шунан һуң Таң батыр теге һарайға ҡайтып, ҡыҙға:

– һин көтөп тор, мин һине ҡайтышлай алырмын, – тигән дә юлын дауам иткән.

Бара торғас, бер көмөш һарайға тап булған. Бында хандың уртансы ҡыҙы икән. Ул алты башлы дейеүҙә икән. Ҡыҙҙан хәл-әхүәл һорашып, Таң батыр алты башлы дейеүгә ҡаршы барып, быныһын да үлтереп, ҡыҙға көтөргә ҡушып, артабан киткән.

Киткән, киткән, китеп бара торғас, хәҙер алтын һарайга тап булған. Был һарайҙа хандың кесе ҡыҙы икән. Бер ваҡыт алтын күпер аша туғыҙ башлы дейеү ҡайтып килә, был саҡ хандың кесе ҡыҙы Таң батырҙың башын алдына ҡуйып, ял иттереп ятҡан була.

– Тор, тор, дейеү ҡайтты! – тип уятырға итә, Таң батыр һис уянмай икән. Шунан ҡыҙ илап ебәрә. Күҙ йәше Таң батырҙың маңлайына тама. Тамыуы була, егет күҙен асып та ебәрә. Ул арала булмай, дейеү ишектән кереп, бик яйлап ҡына ултырып алып, ашарға һорарға итһә, аптырап ҡала:

– Бәй, минең ашар ашым ҡаршымда икән дә! һин ни йөрәгең менән бында килдең? – ти.

– һинең көлөңдө күккә осороп, хан ҡыҙын ҡотҡарырға килдем! – тип яуап бирә Таң батыр.

Шулай гына тигән икән, теге, ер һелкетеп ҡуҙғалып, туғыҙ башын туғыҙ яҡҡа болғай-болғай, Таң батырҙың өҫтөнә ташланған, ти. Бына киткән алыш! Таң батыр дейеүҙең баштарын, берәм-берәм сабып, өҙөп ташлап бөтөргән. Шул урында бер әбей килеп сыҡҡан;

– Балам, бына һиңә өс бөртөк ярма: береһе алтын, икенсеһе көмөш, өсөнсөһө баҡыр. Теге ҡыҙҙар бына ошо ярмалар эсендә. Хәҙер һин анау ҡаршы тауға ҡарап кит. Шунда бер ҙур ташҡа осрарһың, шул таш аҫтында был дейеүҙәрҙең ун ике башлы атаһының ҡара айғыры ятыр. Шул ҡара айгырҙы эләктермәй тороп, һин ул ҡарт дейеүҙе еңә алмаҫһың, – тигән.

Таң батыр, әбей өйрәткәнсә барып, теге ҡара айғырҙы алған да, бар байлыҡтарҙы тейәп, ҡайтыр юлға сыҡҡан. Теге тишек тураһына килеп, байлыҡтарҙы ҡаҙанға тейәп сығарып бөткән. Үҙе ултырып сығайым тиһә, ағалары ҡаҙанды ҡырҡып төшөргән дә ебәргән. Шул ваҡыт ер аҡтарып үкереп, ҡарт дейеү килеп етә башлаған. Таң батыр, өс бөртөк ярманы йота һалып, йәһәт кенә ҡара айғырға атланған. Атланған да уң яғына һуғып ебәргән икән, айғырҙың һул яғынан ҡан атылып сыҡҡан. Шул ерҙә былар осоп сығып та киткәндәр, ер өҫтөнә килеп тә төшкәндәр!

Йәйләүгә етәрәк, ҡарт дейеү Таң батырҙы ҡыуып тотҡан, шул урында алыш башланып киткән. Алыша торғас, Таң батыр был ун ике башлы дейеүҙең дә көлөп күккә осорған. Әлеге ханға ҡыҙҙарын алып ҡайтып тапшырған.

Таң батыр ике ағаһын ҡыуып сығарып ебәрә. Үҙе кесе ҡыҙға өйләнә. Тимерсене ғәскәр башлығы итеп ҡуя. Ҙур туй яһайҙар.

Өс көн туйҙа булдым, балдарын эстем, мыйыҡтан үтте, ауыҙыма теймәне.

Доступные переводы:

Башкирский (Оригинал)