Урал батыр

Категория: Художественная проза
Жанр: Сказки

Борон-борон заманда, Урал тауы ла, Ағиҙел дә әле юҡ саҡта, шыр урман эсендә йәшәгән, ти, бер бабай менән бер әбей. Оҙаҡ ғүмер иткәс, әбей үлеп киткән, ә бабай береһе Шүлгән, икенсеһе Урал исемле ике үҫмер улы менән тороп ҡалған, ти. Бабай һунарға йөрөгән, ә Шүлгән менән Урал өйҙә ҡалыр булған. Айыу тиһәң – айыуҙы, бүре тиһәң – бүрене, арыҫлан тиһәң – арыҫланды тере көйө тотон алып ҡайтыуҙы бабай уйынға ла күрмәгән, ти, – ул шулай көслө булған. Ни өсөн тиһәң, бабай һунарға гел генә бер ҡалаҡ йыртҡыс йәнлек ҡаны эсеп китә икән. Шул ҡанды эсеп алдымы – уға ана шул йыртҡыстың көсө өҫтәлер булған. Йола буйынса, йыртҡыс кейекте үҙ ҡулы менән үлтергән кешегә генә уның ҡанын татып ҡарарға яраған, Шуның өсөн бабай уҙенең улдарына: «Бәләкәйһегеҙ әле, кейек ауларға йәшегеҙ етмәгән, минән күрмәксе турһыҡтағы ҡанға ауыҙығыҙҙы тейҙерәһе булмағыҙ тағы – һәләк булырһығыҙ»,– тип гел генә киҫәтә торған булған.

Берҙән-бер көндө, аталары һунарҙа саҡта. Шүлгән менән Урал янына бик һылыу бер ҡатын килгән дә:

– Атайығыҙ менән бергә һунарға йөрөмәйенсә, ниңә өйҙә ултыраһығыҙ? – тип һораған, ти.

Шүлгән менән Урал:

– Йөрөр инек тә, атайыбыҙ алып бармай, йәшегеҙ етмәгән әле, тип, өйҙә ҡалдыра, – тигәндәр.

Шунан һуң теге катын:

– Өйҙә ултырып, йәш еткереп булалыр шул! – тип көлгән, ти.

– Ә нимә эшләргә һуң?

– Анау турһыҡтағы ҡанды эсергә кәрәк, – тигән теге ҡатын.–

Шуны бер генә ҡалаҡ эсеп алдыңмы – бер көн эсендә үк ир еткән егеткә әйләнәһең, арыҫландай көслө булаһың.

Шүлгән менән Урал:

– Атайым ҡан һалынған турһыҡ янына яҡын барырға ла ҡушманы. Эсһәгеҙ – һәләк булаһығыҙ, тине. Беҙ атайыбыҙҙың һүҙен тотабыҙ,– тигәндәр.

Шунан теге ҡатын:

– Һеҙ бәләкәйһегеҙ шул әле. Атайығыҙ ни әйтһә, шуға ышанаһығыҙ,– тигән.– Был ҡанды эсһәгеҙ. Һеҙгә арыҫландай көслө егеттәргә әүерелеп. рәхәтләнеп һунарға йөрөргә, ә атайығыҙға өй һаҡлап ултырырға тура килә. Бына шуны белеп алған да, атайығыҙ турһыҡтағы ҡанды үҙе генә эсеп йөрөй, ә һеҙгә күрһәтмәй ҙә... Ихтыяр үҙегеҙҙә, әйттем дә бөттөм.– тип, теге һылыу ҡатын юҡ та булған, ти.

Был ҡатындың әйткәненә ышанып. Шүлгән ҡанды тәмләп ҡарамаҡсы булды, ә Урал, атаһының һүҙен ныҡ тотоп, ҡанға яҡын да барманы, ти.

Шүлгәндең турһыҡтан бер ҡалаҡ ҡанды алып йотоуы булды – айыуға әүерелеүе булды, ти. Шунда уҡ теге һылыу ҡатын инеп, Уралға:

– Бына күрҙеңме – туғаның ни эшләне!– тип һыны ҡатып көлә икән. Үҙе шунда уҡ:

– Хәҙер мин уны бүре яһайым!– ти икән.

Ҡатын айыуҙың маңлайына бер сирткәйне – теге бүрегә әйләнде, ти. Бүренең маңлайына бер сирткәйне – арыҫлан булды, ти. Шунан теге ҡатын ана шул арыҫланға атланып алды ла үҙ юлына саптырып сыҡты ла китте, ти.

Был ҡатын тигәнебеҙ юха йылан булған икән. Һылыу ҡатын ҡиәфәтенә ингән ана шул юха йыландың хәйләһе арҡаһында, Шүлгән, үҙенең кешелеген ғүмергә юғалтып, кейек булып ҡалған. Бер ҡараһаң – айыу, икенсе ҡараһаң – бүре йәки арыҫлан булып йөрөгән-йөрөгән дә, йөрөй торғас, бер күлгә батып үлгән, ти.

Ә Урал тиңдәше юҡ батыр егет булып үҫеп киткән. Ул, атаһы кеүек, һунарға йөрөй башлаған мәлдә генә тирә-яҡты үлем ҡурҡынысы солғаған: күлдәр, йылғалар ҡороған, үлән дәр ҡыуарған, ағас япраҡтары һарғайып бөткән, тын алыуы ауырлашҡан. Кешеләр үлгән, малдар ҡырылған. Донъяны ҡыҙырьп, бөтә тереклекте ҡоротоп йөрөгөн Әжәлгә ҡаршы бер кем бер ни эшләй алмаған.

Урал батыр Әжәлдең үҙен тотоп үлтереү хаҡында хыяллана башлаған, ти. Атаһы уға үҙенең атаһынан ҡалған, һелтәгәндә йәшен уттары сығара торған алмас ҡылысын биргән дә:

– Был ҡылыс менән бөтә нәмәне ҡыйратып була, тик Әжәлде генә үлтереп булмай. Шулай ҙа һин уны ал, кәрәге булыр,– тигән.– Ҡайҙалыр, бик алыҫта Тереһыу тигән бер шишмә ағып ята икән. Ана шул Тереһыуҙың бер тамсыһы үлеп ятҡанды терелтә, ауырып ятҡанды һауыҡтыра, ә Әжәлдең үҙен үлтерә икән. Әжәлде шул шишмә һыуына тотон һалырға кәрәк. Унан ҡотолоу өсөн башҡа әмәл юҡ,– тигән.

Урал, атаһы биргән ҡылысын тағып, башы һуҡҡан яҡҡа сығып китте, ти. Эй китте, эй китте, ти, был, бара торғас, ете юл сатына килеп сыҡты, ти. Шунда ул бер ҡартҡа тап булып:

– Бабай, Тереһыу шишмәһенә ҡайһы юл менән барырға?– тип һораны, ти.

Бабай ете юлдың береһен күрһәткәс, Урал батыр:

Ә ул бынан алыҫмы, нисә көнлөк юл?– тип һораны, ти. Шунан бабай:

– Уныһын инде, балам, мин әйтә алмайым. Ҡырҡ йыл буйы мин ошо ерҙә уҙғынсыларға Тереһыу юлын күрһәтеп торам, иллә-мәгәр ошо ғүмер эсендә унан әйләнеп ҡайтҡан бер кешене күргәнем юҡ әле,– тигән. Быға өҫтәп, бабай йәнә шулай тигән:

– Улым, бер аҙ барғас, йылҡы өйөрөнә осрарһың, шул өйөрҙә бер Аҡбуҙат булыр. Булдыра алһаң, шуны менеп ал.

Урал батыр, бабай менән хушлашып-аманлашып, Тереһыу юлы менән китеп барҙы, ти. Китә торғас, теге бабай әйткән йылҡы өйөрөнә барып сыҡты, ти. Ҡараһа – йылҡы өйөрө араһында:

Башы югән күрмәгән,

һыртына эйәр теймәгән;

Ҡолағын беҙҙәй ҡаҙаған,

Ялын ҡыҙҙай тараған;

Ҡарсыға түш, тар бөйөр,

Еңел, текә тояҡлы;

Һарымһаҡтай аҙаулы,

Ҡыҫыр йылан тамаҡлы;

Урайы ҡуш, яңағы ас,

Ҡыйғыр-бөркөт ҡабаҡлы;

Муйындары бер ҡолас,

Ҡыйғас ҡамыш ҡолаҡлы;

Алғыр бүре күҙендөй,

К үҙ бәбәген сылатыр;

Елһә, ҡоштай өлпәйеп,

Артында саң уйнатыр

Аҡбуҙат тора ине, ти.

Урал Аҡбуҙатҡа иҫе китеп ҡарап торҙо-торҙо ла әкрнн генә янына барҙы, ти. Аҡбуҙат бер боролоп ҡараны ла ятһынмай нитмәй тик торҙо, ти. Шунан Урал йәһәт кенә Аҡбуҙҙы менеп алып, саптырып китмәксе булғайны, Аҡбуҙ асыуланып Уралды шул тиклем бейеккә сөйөп ебәрҙе, ти, кем, теге атылып төшөп, биленә тиклем ергә батты, ти. Урал тырышып-тырмашып батҡан еренән сыҡты ла яңынан Аҡбуҙатҡа барып атланды, ти. Аҡбуҙ Уралды йәнә сойорғотоп ебәрҙе, ти. Был юлы Урал ергә тубыҡтан батты, ти. Ул тағы тырышып-тырмашып тора һалды ла йәнә Аҡбуҙға атланып, уға талпан һымаҡ йәбешеп алды, ти. Аҡбуҙ, күпме генә тырышмаһын, был юлы өҫтөндәге Уралды осортоп төшөрә алманы, ти. Шунан Аҡбуҙ Уралды баш тартҡан яҡҡа ҡарап елдереп алып китте, ти.

Эй бара, ти, Урал, эй бара, ти. Оҙон-оҙон яландарҙы, тау-таш ерҙәрҙе, соҡор-саҡыр урындарҙы үтте, ти. Бер ҡара урмандың уртаһына еткәс, Аҡбуҙ туҡтаны, ә Урал, ни булды икән, тип, ергә һикереп төштө, ти. Шул ваҡыт Аҡбуҙ, телгә килеп: «Беҙ хәҙер Тереһыу юлын бүлеп ятыр туғыҙ башлы дейеү пәрейе янына килеп еттек, һиңә уның менән алышырға тура килер. Ялымдан өс бөртөк ҡылымды алып ҡал. Кәрәк булһам, шуларҙы өтөрһөң дә, мин килеп етермен»,– тип әйтте, ти.

Урал Аҡбуҙҙың өс бөртөк ҡылын өҙөп алды, ә Аҡбуҙ шунда уҡ юҡ та булды, ти.

Урал, ни эшләргә, ҡайҙа барырға, тип аптырап торғанда, арҡаһына ауыр тоҡ йөкмәгән бик һылыу бер ҡыҙ уҙып барғанын күреп ҡала. Урал, ҡыҙҙы туҡтатып:

– Эй, һылыу, ҡайҙа китеп бараһың? Тоғоңда нимә ул, бик ауыр күренә?– тип һорай.

Шунан ҡыҙ илай-илай үҙ ҡайғыһын һөйләп бирә. Ҡарағаш исемле был ҡыҙҙы күптән түгел генә дейеү урлап алып килеп, үҙенә ҡол иткән икән. Ҡарағаш, туғыҙ башлы дейеүҙең туғыҙ балаһына уйнар әсән, иртәнән кискә саҡлы йылға буйынан ҡырсынташ ташый икән. Урал, ҡыҙҙы йәлләп китеп:

– Ҡана, һылыу, үҙем күтәрәйем,– тигәйне, Ҡарағаш уға:

– Юҡ-юҡ, егет, минең менән бөргө бараһы булма, дейеү һиҙеп ҡалһа, үҙеңде шунда уҡ юҡ итер бит!– тип әйтте, ти.

Әммә Урал, үҙенекен итеп, таш тултырылган тоҡто туғыҙ башлы дейеүҙең туғыҙ балаһы йыйылышып торған урынға хәтле күтәреп алып бара. Уралдың ташты ергә ҡойоуы була – дейеү балаларының бер-береһенә таш атышып уйнап китеүҙәре була. Улар атышып уйнаған арала Урал эргәләге бер ҡарама ботағына бау менән ат башы хәтле бер таш аҫып ҡуя ла үҙе, ҡасып-боҫоп ҡына, дейеү йәшәгән мәмерйә алдына үтеп китә.

Дейеү балаларының уйындары оҙаҡҡа бармай – таштары төрлө яҡҡа атылып, юғалып бөтә. Шунан улар оҙон бау менән ҡарамаға аҫып ҡуйылған ҙур ташты күреп ҡалып, шуның тирәһенә йыйылалар. Береһе, мәрәкә күреп, ташты атындырып ебәрә, таш кире килеп, тегене һуғып йыға. Дейеү малайы йығылған урынынан асыуланып тора һалып, ташты бөтә көсө менән осорта һуҡҡайны, таш был юлы дейеү малайының башын иҙә һуғып ук ҡуйҙы, ти. Башы ярылған туғанының үсен алмаҡ булын, ташты дейеүҙең икенсе малайы һуғып ебәрә. Ләкин уныһы ла шунда уҡ, башы ярылып, йән бирә. Туғыҙ башлы дейеүҙең туғыҙ балаһы ошолай, береһе артынан береһе ҡырыла торһон, беҙ дейеүҙең үҙенә күсәйек әле.

Юлдың тауҙы киҫеп үткән ерендә генә, бер ҡараңғы мәмерйә алдында, туғыҙ башлы дейеү ята, ти. Тирә-юне әҙәм һөйәктәре менән тулы, ти. Урал батыр алыҫтан уҡ:

– Эй. дейеү, юл бир, мин Тереһыуға китеп барам! – тип һөрәнләй.

Дейеү быға бер ҙә иҫе китмәй генә, юлға арҡыры төшкән көйө ята бирҙе, ти. Урал батыр йәнә: «Юл бир!»– тип ҡысҡырғайны, дейеү, асыуы килеп. Уралды тыны менән үҙенә тартып ала башланы, ти. Урал батыр дейеү ҡырына килеп баҫҡанын һиҙмәй ҙа ҡалды, тп. Шулай ҙа ҡаушап ҡалмаған. Дейеүгә ул:

– Алыштанмы, сабыштанмы?– тигән.

Дейеү, бындай ҡыйыу егеттәрҙе бик күп күреп тә, бығаса һис тә еңелмәгәнлектән, бер ҙә иҫе китмәй генә:

– Минең өсөн барыбер. Нисек үлергә теләһәң, шулай булһын,– тип яуап ҡайтарған.

Шунан былар тауҙың иң ҡалҡыу еренә менеп алдылар ҙа тирләп-бешеп көрәшә башланылар, ти. Эй көрәшәләр, эй көрәшәләр, ти, былар, көрәшә торғас, төш ауып, көн кискә һарҡты, ти. Бына бер заман дейеү Уралды күтәреп алып ырғытты, Урал биленән ергә батты, ти. Шунан дейеү уны батҡан еренән тартып сығарҙы ла. йәнә көрәшә башланылар, ти. Дейеү Уралды йәнә атып бәрҙе, ти. Был юлы инде Урал муйынынан ергә батты, ти. Дейеү уны ике ҡолағынан тотоп тартып сығарҙы ла, яңынан көрәшә башланылар, ти.

Эй көрәшәләр, ай көрәшәләр, ти, былар, көрәшә торғас, кис булып, эңер төшә башланы, ти. Бына бер заман әллә кем булып ирәйеп йөрөгән дейеүҙе Урал елтерәтеп күтәреп алды ла быраҡтырып та ебәрҙе, ти. Дейеү биленән ергә батты, ти. Шунан Урал уны батҡан еренән тартып сығарҙы ла, йәнә көрәшә башланылар, ти. Урал дейеүҙе тағы элеп алды да һелкеп һалды, ти. Был юлы дейеү муйынынан ергә батып, туғыҙ башы туғыҙ яҡҡа ҡарап һерәйеп ҡалды, ти. Урал дейеүҙе тартып сығарҙы ла, яңынан көрәшә башланылар, ти. Дейеү алан-йолан ҡаранырға ла өлгөрмәне, Урал уны ҡапыл элеп алып, йән асыуы менән шул хәтле атып бәрҙе, ти, дейеү ергә һеңде ла ҡуйҙы, ти. Яуыз дейеүҙең башына ҡиәмәт килеүе шул булды, ти.

Ҡарағаш, бисара егеттең һөйәктәрен йыйып алып, күмеп ҡуяйымсы тип, тау башына менһә, Уралды һау-сәләмәт көйө күреп, шатлығынан илап ебәрә. Шунан ул, бөтөнләй ғәжәпкә ҡалып:

– Дейеү ҡайҙа китте һуң?– тип һорай. Урал батыр:

Дейеүҙе мин ергә һеңдерә һуҡтым, – тил әйтеп тә өлгөрмәй, улар баҫып торған урындан өс-дүрт аҙым ғына ситтәрәк бөркөлөп-бөркөлөп төтөн күтәрелеп сыға, ә төтөн артынан ялҡын сыға башлай.

Быны күреп, Ҡарағаштың:

– Был ни хәл?– тип һорауына, Урал батыр:

– Мин ошо урында дейеүҙе ер аҫтына тыҡҡайным. Ер был хәшәрәттең емтеген үҙенең ҡуйынына алыуҙан ерәнде, күрәһең. Бына шуға күрә ул янып, төтөнө сығып ята,– тип яуап бирә.

Был тау ошо яныуынан туҡтамаҫ була. Шул көндән алып уны Янғантау тип йөрөтә башлайҙар.

Дейеүҙең башына еткәс, Урал батыр был тау башында оҙаҡ тормай; кеҫәһенән теге өс бөртөк ҡылды алып өтөүе була – Аҡбуҙаттың ҡаршыға тып итеп килеп баҫыуы була. Шунан Урал батыр, Ҡарағашты үҙе менән бергә ат өҫтөнә ултыртып, Тереһыу юлы менән саптырып китеп тә бара.

Эй баралар, ти, былар, эй баралар, ти. Оҙон-оҙон яландарҙы, таулы-ташлы ерҙәрҙе, соҡор-саҡыр урындарҙы үттеләр, ти. Бара торғас, Аҡбуҙат туҡтаны ла, телгә килеп: «Беҙ хәҙер Тереһыуға яҡынлаштыҡ. Әммә уның юлын ун ике башлы дейеү пәрейе бүлеп ята. Һиңә уның менән алышырға тура килер. Ялымдан өс бөртөк ҡылымды алып ҡал. Кәрәк булһам, шуларҙы өтөрһөң дә, мин килеп тә етермен»,– ти.

Урал Аҡбуҙҙың өс бөртөк ҡылын өҙөп ала, ә Аҡбуҙ шул арала юҡ та була. Шунан Урал Ҡарағашҡа:

– Һин ошо ерҙә мине көтөп тор, дейеүҙең башына еткәс, килеп алырмын. Бына һиңә ҡурайымды ҡалдырам. Юлым уңһа, ҡурай осонан һөт тамыр, уңмаһа, ҡан тамыр,– тип дейеү менән алышырға китә.

Бына алда Тереһыу сылтырап ағып ята, ти. Ул тауҙан ағып сыға ла шунда уҡ әллә ҡайҙа, ер аҫтына китеп юҡ та була икән. Тереһыуҙы өйөм-өйөм әҙәм һөйәктәре уратып алған. Ауырыуҙы һауыҡтыра, һауҙы үлемһеҙ итә торған был шишмәне, бер тамсы һыуын да бирмәйенсә, ун ике башлы ҡарт дейеү үҙе һаҡлап ята икән. Урал батыр күҙ күреме ерҙән үк:

– Эй, дейеү, юл бир, мин Тереһыу алырға килдем!– тип һөрәнләй.

Дейеү, бер ҙә ыжламайынса, Тереһыу алдында ҡуҙғалмай ята бирә. Урал батыр йәнә: «Юл бир!»– тип ҡысҡыра, ә дейеү, асыуы килеп, Уралды тыны менән үҙенө тартып ала башлай. Урал батыр дейеү ҡашына килеп баҫҡанын һиҙмәй ҙә ҡала. Шунда ла ҡаушап ҡалмай. Ул дейеүгә: Алыштанмы, сабыштанмы?– ти.

Дейеү, бындай ҡыйыу егеттәрҙе байтаҡ күреп тә, бығаса һис тә еңелмәгәнлектән, бер ҙә иҫе китмәй генә:

– Минең өсөн барыбер. Нисек үлергә теләһәң, шулай булһын,– тип яуап ҡайтара. Урал батыр:

Ярай, улай булһа,– тип, билендәге алмас ҡылысын һурып алып, уңлы-һуллы сатрашлап һелтәгәйне, тирә-яҡҡа йәшен уттары сәселеп китте, ә дейеүҙең күҙҙәре шунан сағылып торҙо, ти. Урал: «Ярай, улай булһа»,– тип йәнә бер тапҡыр әйтте лә ҡылысы менән дейеүҙе тураҡлай ҙа башланы, ти; ҡылыс һелтәнгән һайын, дейеүҙең ун ике башының береһе ҡырҡылып төшә торҙо, ти.

Был ваҡытта Ҡарағаш ҡулындағы ҡурай осонан һөт тама. Ҡарағаш, быны күреп, бик ныҡ һөйөнә.

Ләкин күп тә үтмәй, дейеүҙең бөтә көсө менән үкереүен ишетеп, тирә-яҡтағы вағыраҡ дейеүҙәр, аждаһалар ярҙамға килә. Урал батыр уларға ла бирешмәй: уның ауыр кәүҙәһен күтәргән аяҡтары, тайшанмайынса, һаман ергә батҡан көйө, башы болотҡа тейерҙәй булып юғары күтәрелгән көйө тора, ә ҡулындағы ҡылысы, йәшен уттары сығарып, уйнап ҡына тора.

Бына бер заман, бөтә дейеүҙәрҙе, аждаһаларҙы ҡыйратып бөттөм тигәндә генә, Урал батырҙың өҫтөнә һанһыҙ күп ен-пәрей көтөүе килеп ябырыла,– тын да алдырмайҙар, күҙ ҙә астырмайҙар, бөрөп алып баралар егетте.

Был ваҡытта баяғы ҡурай осонан ҡан тамды, ти. Ҡарағаш, быны күреп, бик ныҡ борсола. Шунан ул, күп уйлап тормай, ҡурайҙы ала ла өҙҙөрөп-өҙҙөрөп әллә ниндәй, ишетер ҡолаҡҡа яғымһыҙ бер бейеү көйөн тарта башлай.

Теге ен-пәрейҙәргә шул ғына кәрәк икән: улар, үҙҙәренең бейеү көйөн ишетеү менән, бөтә донъяларын оноталар, Уралды яңғыҙ ҡалдырып, ҡурай тауышы ишетелгән яҡҡа югерешәләр ҙә шунда барып, тыйыла алмайынса, бейергә керешеп тә китәләр.

Урал батыр, ен-пәрейҙәр донъяһын ҡыйратып, Тереһыу шишмәһен дейеү ҡулынан ҡотҡарҙым, хәҙер инде уның тереклек һыуы кешеләргә булыр, тип шатланып, шишмә эргәһенә килһә, унда бер тамсы ла һыу юҡ икән. Ни өсөн тиһәң, был һуғышта иҫән ҡалған дейеү пәрейҙәре, Тереһыу әҙәм затына ҡалмаһын тип, эсеп ҡоротҡандар икән. Урал батыр шишмә янында күпме генә ултырмаһын, бер тамсы ла һыу сыҡмаған.

Урал батыр быға бик көйөнә. Шулай ҙа уның дейеүҙәрҙе, аждаһа-йыландарҙы пыран-заран килтереп ҡырып ташлауы файҙаһыҙ булмай: бөтә тирә-яҡҡа йәм керә, үләндәр, ағастар йәшәрә, ҡоштар һайраша, кешеләр йөҙөндә шатлыҡ балҡый.

Урал батыр, үҙенең Аҡбуҙын менеп, алдына Ҡарағашты ултыртып ала ла Тереһыуҙы ташлап китеп тә бара. Был урында Урал тураҡлаған дейеү пәрейҙәре, аждаһа-йыландар кәүҙәһенән ҙур бер тау өйөлөп ҡала. Ана шул тауҙы халыҡ телендә Ямантау тип йөрөтә башлайҙар.

Урал менән Ҡарағаш, ирле ҡатынлы булын, донъя көтә башлайҙар. Уларҙың өс улы була: өлкәне – Иҙел, уртансыһы – Яйыҡ, кинйә улдары – Һаҡмар.

Хәҙер инде был тирәгә Әжәл дә һирәк килә. Ни өсөн тиһәң, ул бәһлеүән Урал батырҙан, уның йәшен уты сығарыр ҡылысынан шөрләй икән. Бына шул арҡала халыҡ бик ишәйеп китә. Шул тиклем күбәйә, хатта эсер һыуы ла етмәй башлай. Урал батыр, был ауыр хәлде күреп, берҙән-бер көндө ҡынынан ҡылысын тартып ала ла, баш өҫтөндә өс тапҡыр һелтәп, аяҡ аҫтындағы ерҙе уйҙыра саба, шунан:

Бына ошо ерҙә ҙур һыуҙың башы булыр!– ти. Үҙе шунда уҡ өлкән улы Иҙелде саҡырып килтереп:

– Бар, улым,аяғың тарткан яҡҡа сығып кит тә халыҡ араһында йөрө, иллә-мәгәр берәй ҙур ағым һыуға барып етмәйенсә артыңа әйләнеп ҡарайһы булма!– ти.

Атаһы һымаҡ ауыр кәүҙәле Иҙел, аяғының тәрән эҙен ҡалдыра ҡалдыра, көньяҡҡа ҡарай сығып китте, ти. Атаһы уның артынан күҙ йәштәрен мөлдөрәтеп ҡарап ҡалды, ти. Сөнки ул Иҙелдең кире әйләнеп ҡайтмаясағын белеп тора ине, ти.

Эй бара, ти, Иҙел, эй бара, ти, туҡтап хәл йыйыуҙы ла белмәй, ти. Бик оҙаҡ барғас, уңға ҡайырылып китә, шунан төньяҡҡа юнәлә. Эй китте, ти, Иҙел, эй китте – ай үтте, йыл үтте, шунан ул көнбайышҡа юл тотто, ти. Бара торғас, ҡамышы ҡама менән тулған ҙур бер йылғаға килеп етә был. Шунан Иҙел артына әйләнеп ҡараһа, уның эҙенән киң йылға булып ап-аҡ һыу урғылып ағып килеп, ошо ҡамалы йылғаға ҡоя башланы, ти.

Бына шул көндән алып йәмле Ағиҙел йылғаһы барлыҡҡа килде, ти.

Иҙел батыр оҙон юлға сығып киткән көндө уның атаһы теге ике улын да шундай уҡ шарт менән илгә сығарып ебәрә. Ләкин улар ағаларына ҡарағанда ҡыйыуһыҙыраҡ, түҙемһеҙерәк булалар: Иҙел батыр һымаҡ, бер үҙҙәренең генә шундай оҙон, ауыр юлды үтергә йөрәктөре етмәй.

Һаҡмар, үҙенең тыуып-үҫкән еренән алыҫлаша башлағас, яманһыулап китеп: «Ни эшләп әле мин әллә ниндәй ят ерҙәрҙе япа-яңғыҙым ҡыҙырып йөрөйөм? Яйыҡ ағайыма барайым да ҡушылайым, бергә йөрөүе еңел дә, күңелле лә булыр»,– тип Яйыҡҡа барып ҡушыла.

Ҡайһылай ғына булмаһын, халыҡ Иҙелгә генә түгел, Яйыҡ менән Һаҡмарға ла бөткөһөҙ рәхмәт уҡый, ә Урал батырҙың үҙенә ана шундай данлы улдар үҫтергәне өсөн оҙон ғүмер теләй.

Шулай ҙа йөҙ ҙә бер йәшкә еткән Урал батырҙың ғүмере күп ҡалмаған икән. Уның ҡартайып, хәлһеҙләнә башлауын күптән көтөп йөрөгән Әжәл бик яҡынлашҡан. Бына хәҙер Урал батыр хәл өҫтөндә ята. Уның янында, изгелекле батырыбыҙҙан айырылабыҙ инде, тип ҡайғырышып, бөтә тирә-яҡ халҡы йыйылған. Шул ваҡыт әле генә әллә ҡайҙан ҡайтып төшкән ир уртаһы бер кеше йыйылған халыҡты икегә айырып үтә лә үлем түшәгендә ятҡан Урал батырға:

– Эй, батырҙарҙың батыры Урал атабыҙ, һин түшәккә ятҡан көндө үк мин, халыҡтың һорауы буйынса, һыуын теге заман ен-пәрейҙәр эсеп бөтөрөп киткән Тереһыуға барғайным. Ул бөтөнләй үк ҡороп бөтмәгән икән: мин, унда ете көн, ете төн ултырып, һуңғы тамсыларынан бына бөр мөгөҙ тереклек һыуы йыйып алып ҡайттым. Бына хәҙер шул һыуҙы халыҡ исеменән һиңә бирәм. Ҡәҙерле Урал атабыҙ, һин шул һыуҙы эсеп ебәр ҙә, үлемдең ни икәнен дә белмәйенсә, халыҡ бәхете өсөн мәңге йәшә!– тип мөгөҙҙө түшәктә ятҡан Урал батырға һона.

Тамсыһын да ҡалдырмай эс, Урал батыр!– тип үтенә халыҡ.

Шул мәлдә Урал батыр әкрен генә тороп аяғына баҫа, Тереһыуҙың һуңғы тамсылары һалынған мөгөҙҙө уң ҡулы менән ала, шунан халыҡҡа баш эйеп, рәхмәт белдерә лә мөгөҙҙәге һыуҙы уртлай. Ләкин һыуҙың бер тамсыһын да йотмай, ә бер алдына, бер артына әйләнеп, бер уңға, бер һулға ҡарап – бөтә тирә-яҡҡа бөркөп ебәрә. Шунан үҙе:

– Мин – бер кеше, һеҙ – күп кеше. Мин түгел, ә ер-һыу үлемһеҙ булһын, ерҙә кешеләр шат, рәхәт йәшәһен!– ти.

Урал батыр шулай тип әйтеп бөтөрөүгә, барлыҡ тирә-яҡ үҙгәреп, яңырып китә: аяҡ аҫтына йәм-йәшел үлән түшәлә, ағастар яңы япраҡ яра, ер өҫтөндә төрлө-төрлө еләктәр, ағаста төрлө-төрлө емештәр ҡыҙарып бешә, гөлдәр, сәскә атып, күҙ яуын алып тора, аҫыл ҡоштар килеп һайрай башлай, шылтырап шишмәләр аға, ҡуйы ҡамыш менән уратылған түп-түңәрәк күлдәр барлыҡҡа килә, шул күлдәрҙә, шулай уҡ Ағиҙелгә, Яйыҡҡа, Һаҡмарға килеп ҡушылған яңы йылғаларҙа быға тиклем күренмәгән аҡҡоштар ҡаңғылдашып йөҙә, баш өҫтөндә аҡсарлаҡтар сырылдашып осоп йөрөй башлай.

Бына шул йәмле донъяла кешенең йәшәгеһе килеп кенә тора. Шунда туҡһан йәшлек бер сәсән халыҡ алдына сығып, калҡыуыраҡ ергә баҫып ала ла былай тип һамаҡлай:

Ай тыуған ер, тыуған ер,

Олатайҙар торған ер,

Дүрт аяҡлы януарға

Төйәк булған тыуған ер.

Туғайҙары түшәктәй,

Талы, муйылы ҡурсаҡтай;

Балтырғаны беләктәй,

һарынаһы ҡурай еләктәй;

Сәскәләре мең төҫлө,

Иҫертерлек хуш еҫле,

Йәйрәп ятҡан еребеҙ!

Алпан-толпан атлаған

Айыуы күп еребеҙ;

Алырын аңдып йөрөгән

Бүреһе күп еребеҙ;

Ҡыҫҡа ҡойроҡ, шеш ҡолаҡ

Ҡуяны күп еребеҙ;

Ыҫпай баҫып йөрөгән

Төлкөһө күп еребеҙ;

Балығы аттай тулаған,

Һыуы ярына һыймаған

Йылғаһы күп еребеҙ!

Ай тыуған ер, тыуған ер,

Олатайҙар торған ер;

Йылҡылары сыңырлап,

һыйырҙары мөңөрәп,

Ҡуй-һарығы ҡуңырып,

Көтөү-көтөү йөрөгән ер;

Ятып ҡалған бер бәрәс

Йөҙ ҡуй булып үрсер ер;

Тороп ҡалған яңғыҙ тай

Өйөр булып йөрөр ер;

Атам кейәү булған ер,

Әсәм килен булған ер,

Кендегемде киҫкән ер,

Тәмле һыуын эскән ер!




Ҡарт сәсән ана шулай үҙе йәшәгән ерҙең байлығына, матурлығына һоҡланып ҡобайыр әйтә. Ә тап бына шул ваҡытта Урал батыр үҙе донъя ҡуя.

Халыҡ Урал батырҙы, бик ҙурлап, хөрмәтләп, ҡалҡыуыраҡ бер ергә күмә, шунан һәр кем уның ҡәбере өҫтөнө бер ус тупраҡ һалып сыға. Көн үтә, йыл үтә, Урал батырҙың ҡәберенән кеше өҙөлмәҫ булып китә. Уның ҡәберенә услап-услап һала торғас, шул тиклем күп тупраҡ өйөлә, хатта ҡәбер өҫтөндә бик ҙур бер тау барлыҡҡа килә.

Ана шул тауға халыҡ Урал тигән исем биргән дә инде. Унда Урал батырҙың һөйәктәре әле лә һаҡлана икән. Ҡаҙһаң, Урал тауынан сыға торған бөткөһөҙ күп алтын-көмөш, төрлө-төрлө аҫыл таштар тигәнебеҙ ана шул Урал батырҙың ҡиммәтте һөйәктәре икән ул. Урал батырҙың аҫыл һөйәкгәре һаҡлана биреү генә түгел, хатта уның ҡаны ла һыуынмаған икән әле, тик күп ғүмер үткәнлектән, төҫө-сифаты ғына үҙгәргән икән. Ер майы тигәнебеҙ – тап ана шул оло Урал батырҙың кибеү белмәҫ ҡаны икән ул.

Доступные переводы:

Башкирский (Оригинал)