Урал хыуы

Категория: Художественная проза
Жанр: Сказки

Борон-борон заманда түбәһенә ҡараһаң, түбәтәйең төшөрлөк бейек, кеше үткеһеҙ шыр урманлы тау итәгендәге бер ауылда бер ҡарт һунарсы булған, ти, Уның Түҙемғол исемле бер генә улы ла булған.

Түҙемғол үҙе матур, үҙе батыр, ҡыйыу ҙа, сос та булған. Ҡулынан килмәгән эше булмаған уның. Ул бала саҡтан уҡ атаһы менән бергә һунарға йөрөгән. Тауҙағы һәр бер ҡая таш, һәр бер йәнлек һуҡмағы таныш булған уға; хатта ҡайһы тау шишмәһенең ҡайҙан башланып, ҡайҙа барып ҡойоу ына тиклем яҡшы белгән ул.

Берҙән-бер көндө, иптәштәре менән һунарҙа йөрөгәндә, Түҙемғолға урманда ҡунырға тура килгән. Төн урталары еткәс, ҡапыл ел-дауыл күтәрелеп, ағас баштары шаулай башлаған, ҡая таштар, шарлауыҡтар үкергән, күк йөҙөн ҡуйы ҡара болот ҡаплап алған, ти. Шунан һуң ҙур бер болот киҫәге өргә төшөп, йоҡлап ятҡан Түҙемғолдо биләүҙәге бала кеүек итеп ураған да һауаға күтәреп алып киткән. Бер заман йоҡоһонан уянып, тирә-яғына ҡараһа, Түҙемғол бөтөнләй ят ерҙә ята икән. Уны шулай дейеү пәрейе Ҡафтау артына алып киткән.

Был дейеүҙең өс ҡыҙы бар икән. Ул ана шул ҡыҙҙарын саҡырып алған да, уйын-көлкө, мәҙәк һүҙҙәр менән егеттеңкүңелен асырға ҡушҡан. Ҡыҙҙар, егеттең матурлығын күреп, хайран ҡалған, ти. Уны хозур бер ҙур һарай эсенә алып инеп, һыйлай башлағандар; йыр, бейеү, уйын-көлкө менән күңелен асырға тырышҡандар. Ә Түҙемғол, быға бер ҙә иҫе китмәйенсә, ашамай-эсмәй, өндәшмәй-нитмәй, бойоғоп тик ултыра икән. Дейеү ҡыҙҙары бер нисек тә егеттең күңелен таба алмағандар. Шунан дейеү, үҙе килеп:

– Егет, ниңә һин былай бойоҡ? Ашамайһың-эсмәйһең, йыр ҙа тыңламайһың,– тигән.– Мин бит һинең үҫеп, батыр булыуыңды оҙаҡ көттөм. Ни өсөн тиһәң, минең батшалығымды һаҡларлыҡ, ғәскәремде яуға алып барырлыҡ бер кемем дә юҡ. Миңә тоғро хеҙмәт итһәң, теләгән бер ҡыҙымды бирермен. Күрәһеңме, минең байлығым ҡайһылай күп? Ни теләйһең, шуны алырһың, бөтә батшаларҙан да байыраҡ йәшәрһең,– тигән.

Түҙемғол дейеүҙең һүҙҙәрен тыңлап торған да:

– Миңә һинең байлығың да, ҡыҙҙарың да кәрәкмәй,– тигән.– Һинең донъянан айырылған һарайыңда йәшәгем килмәй, тыуған еремә кире ҡайтар мине. Беҙҙең тауҙарыбыҙ һинең һарайҙарыңдан бейегерәк, болондарыбыҙ һинең бынау келәмдәреңдән дә матур, урмандарыбыҙ һинең гөл баҡсаңдан йәмлерәк, шишмәләребеҙҙең һыуы саф, тәмле, кешегә көс биреп тора,– тигән.

– Иҫең киткән икән юҡҡа!– тигән дейеү.– Бик кәрәк булһа, мин һинең тауыңды ла, урманыңды ла бөтә йылғаһы-ние менән бергә бына ошонда килтерәм дә ҡуям!

Дейеү кис менән үҙенең бөтә хеҙмәтселәрен, ҡолдарын йыйып алған да бер төн эсендә бейек тау өйөргә ҡушҡан. Иртән тороуға түбәһе болоттарға теймәле бейек тау яһап та ҡуйылған. Тик уның битләүендә бер генә ағас әҫәре лә, бер бөртөк үлән дә булмаған.

Түҙемғол ана шул яланғас тау башына менгән. Шул саҡта үҙенең тыуып-үҫкән ерҙәре – Урал урмандарында һунарға йөрөгән, йылғаларында балыҡ ҡармаҡлаған саҡтары иҫенә төшкән. Уға бик яманһыу булып киткән, үҙе лә һиҙмәҫтән, моңло итеп, бына ошолай йырлап ебәргән ул:

Иҫтәремдән сыҡмай Уралҡайым,

Шишмәләре, сахра, туғайы.

Йәннәт төҫөн биргән сәскәләре,

Һандуғастай моңло ҡурайы.

Тыуған да ғына үҫкән төйәккәйем

Урал буйы, ҡыҙрым сауҡа икән.

Уралҡайҙы һағынып, бер йырлаһаң,

Күңелдәргә үҙе лә зауҡы икән.

Дейеү был йырҙы тыңлап торған. Шунан ул кисә эшләткән тауын Түҙемғолдоң тыуған ерендәге кеүек итеп үҙгәртергә булған. Уның бойороғо менән ҡолдар тау битләүенә урмандар үҫтереп, төрлө йәнлектәр, ҡоштар ебәргәндәр; тау шишмәләреағып ятҡан. Ләкин был да Урал егетенең күңелен аса алмаған. Ул һаман моңланып йырлаған да йырлаған:

Һары ҡамыш беҙҙең күлдәрҙә,

Шау-шыу килә таты елдәрҙә.

Күлдән генә алған балыҡ кеүек,

Ғәзиз башым сит-ят илдәрҙә.

Шунан Түҙемғол Ҡафтау артындағы был дейеү батшалығынан ҡасып китмәксе булған, ти. Бер тапҡыр ҡасып ҡараған, ике, өс тапҡыр ҡасып ҡараған, ләкин дейеүҙең хеҙмәтселәре уны ярты юлда тотоп, гел генә кире алып ҡайтып торғандар. һуңынан, дейеүҙең әмере буйынса, уны ҡул-аяҡтарын сынйырлап, ҡараңғы зинданға ябып уҡ ҡуйғандар, ти.

Хәтһеҙ көндәр үткәс, дейеү Түҙемғолдо ябылған еренән сығарған да:

– Йә, егет, инде миңә хеҙмәт итәһеңме?– тигән.

– Юҡ!– тип яуап биргән Түҙемғол.

Шунан һуң дейеү уны һуңғы тапҡыр һынап ҡарарға булған. Түҙемғолдоң ҡул-аяғын сынйырҙан алып:

– Мин һине, егет, туҡмап үлтермәйем, һин минең күҙ алдымда тонсоғоп үләсәкһең, – тигән. – Минең батшалығымдың һауаһы шундай: кем дә кем миңә буйһона – шул иркен тын алып, рәхәт йәшәй; кем дә кем -буйһонмай – ул кеше минең һауанан тыны ҡыҫылып, интегеп үлә. Ҡайһыһына ризаһың: миңә тоғро хеҙмәт итеп йәшәргәме әллә тонсоғоп үлергәме?– тигән.

– Үлергә,– тигән Түҙемғол.

Шул ваҡыт асыуынан ярһыған дейеү, үҙенең тау шишмәһенә ятып, күп итеп һыу уртлап алған да, бер алдына, бер артына ҡарап, бер Һулға, бер уңға боролоп, ауыҙындағы һыуҙы бөркөп ебәргән. Шунан һауа томраланып, тынды ҡура торған булып киткән, ти.

Дейеү, үҙе тағы ла еңелерәк тын алып:

– Ләкин һин тиҙ генә үлеп ҡотола алмайһың әле! Тәүҙә өс көн башың әйләнеп, күҙ алдарың ҡараңғыланып, әлһерәп йөрөйһөң, шунан өс көн юнләп тын ала алмай, интегеп ятаһың, ә етенсе көндө инде тонсоғоп үләһең – тигән дә китеп тә барған.

Бер ағас төбөндә иҫәңгерәп ятҡанда, Түҙемғол эргәһенә йөҙ йәшәр бер әбей килен, уны дейеүгә буйһонмағаны өсөн маҡтаған. Шунан үҙенең кем икәнен һөйләп биргән. Был әбейҙе һылыу ҡыҙ булып етеп килгән сағында ғына ана шул дейеү урлап алып киткән икән. Дейеү уға ла Түҙемғолға ҡуйған шартты ҡуйған, әбей, үлемдән ҡурҡып, дейеүгә хеҙмәт итеп йәшәргә риза булған.

Бында минең хәлде белә торған кеше лә бар икән әле тип, Түҙемғол бик ҡыуанған. Шунан әбейҙән:

– Һин бында нимә эшләйһең һуң, әбей?– тип һораған. Әбей, көрһөнөп:

– Һорама инде, улым,– тигән.– Анау йылға төбөндәге ҡомдо яр башына сығарып, ҡояшта киптерәм, кипкәс, яңынан йылғаға һибәм. Шунан ҡомдо ҡайтанан йылға төбөнән алып, ярҙа киптерәм дә, кипкәс, тағы йылғаға ташлайым. Бөтә ғүмерем бына шулай заяға үтте минең,– тип иларға иткәйне, күҙенән бер бөртөк тә йәш сыҡманы, ти. Шунан был әбей Түҙемғолға:

– Һин, улым, бик түҙем күренәһең, үҙ һүҙеңдә ныҡ тор, дейеүгә бирешмә, ә мин һине ҡотҡарыу әмәлен табырға тырышырмын,– тигән дә юҡ та булған.

Йөҙ йәшәр әбей дейеү янына барып:

– Беҙҙең эштәр бик мөшкөл бит әле, шуны беләһеңме икән?– тип кәңәш бирә башлаған. – Туғыҙ башлы улың яуҙан әйләнеп ҡайтманы, ете башлы туғаныңды былтыр уҡ тураҡлап киттеләр. Бер үҙең генә тороп ҡалдың. Үҙең-һайлап алып ҡайтҡан теге егет тә яйға килмәне, хәҙер ана тонсоғоп ята. Бөтә батшалығыңды килеп ҡыйратып китөүҙәре бар. Хуп күрһәң, минең шундай кәңәшем бар: миңә берәй ергә барып, бына тигән ике-өс батыр алып ҡайтырға рөхсәт ит. Бына шунан һуң ҡурҡыу белмәй йәшәр инек, – тигән.

Әбейҙең һүҙҙәренә яуап бик тиҙ генә булмаған. Ни өсөн тиһәң, дейеү үҙенең ун ике башындағы барлы-юҡлы аҡылын йөрөтөп уйлағансы, көн үтеп, кис булған, ти. Шунан ул, баяғы әбейҙең әйткән кәңәшенә ҡушылып, кирелеп баҫҡан да, ауыҙып ҙур итеп асып, өс тапҡыр иҫнәгән. Шул саҡ уның эргәһенә туғыҙ юрған ҙурлығы ҡуйы болот килеп төшкән. Әбей шул болотҡа уранып, баш тартҡан яҡҡа осоп та киткән.

Дейеү ҡулында йөҙ йәшәгән әбей Уралтауҙың иң бейек еренә килеп еткәс, ергә төшөп, болотто ҙур бер ағас башына элеп ҡуйған да, тау итәгенә төшөп, Түҙемғолдоң атаһы торған ауылды эҙләп киткән. Барып тапһа, Түҙемғолдоң ҡартлыҡтан да, улы ғәйеп булыу ҡайғыһынан да мәлйерәп бөткән атаһы иҫән икән әле, ти.

Әбей Түҙемғолдоң атаһына бөтә хәлдә нисек булһа, шулай, түкмәй-сәсмәй, энәһенән ебенәсә һөйләп биргән. Шунан Түҙемғолдоң атаһы, тирә-яҡтың батыр аҙаматтарын саҡырып,. Ҡафтау артына барып, ун ике башлы дейеүҙе ҡыйратып, Түҙемғолдо алып ҡайтыу кәрәклеген әйткән. Аҙаматтар шундай эште көтөп, ярһынып ҡына торғандар икән. Түҙемғолдоң атаһы баш аҙаматҡа, улыма эсерерһегеҙ, тип, Яйыҡтан бер шешә һыу ҙа тултырып алып биргән, ти.

Урал тауына күтәрелгәс, баяғы әбей аҙаматтарға:

– Фәлән ҡарама тәңгәленә еткәс, аттарығыҙҙың бер бөртөк ялын тартырһығыҙ, Ҡафтауҙың фәлән ерен артылғанда ҡындан ҡылыстарығыҙҙы сығарып, ҡояшта ялтыратырһығыҙ,– тигән. Үҙе ағас башына элеп ҡалдырған болотона ултырып алған да китеп тә барған.

Аҙаматтар, әбей әйткән ҡарама тәңгәленә еткәс, аттарының бер бөртөк ялдарынан тартҡандар икән, аттар ҡанатлы толпар булып осҡандар; Ҡафтауҙы артылғанда ҡылыстарын һурып алғандар икән, йөҙ һыбайлы күрер күҙгә биш йөҙ булып күренә башланы, ти.

Ҡораллы аҙаматтар дейеү батшалығына ер һелкетеп, донъя шаулатып килеп еткәндәр, ти, бер заман, дейеү ни эшләргә белмәй тора икән.

Аҙаматтарҙың бер нисәһе Түҙемғолдо эҙләп киткән, ҡалғандары дейеүҙең һарайын ҡамап алды, ти.

Түҙемғол шул уҡ ағас төбөндә етенсе көн инде үлем көтөп ята икән. Ул хәҙер бөтөнләй хәлһеҙ, иҫен юғалтҡан, ирендәре кипкән, күҙҙәре йомоҡ, тауыш-тыны юҡ икән. Дейеү әйткән үлем сәғәте бөтөнләй килеп еткән икән. Шул ваҡыт аҙаматтарҙың башлығы Түҙемғолдоң атаһы биреп ебәргән шешәләге һыу менән Түҙемғолдоң ирендәрен сылатҡан икән – ирендәре ҡыймылдай башлаған, һыуҙы бер йотторһа – егеттең күҙҙәре асылған, икенсе тапҡыр йотторһа – иркенләп тын ала башлаған, тағы бер тапҡыр йотторған икән – иҫенә килеп, тороп уҡ ултырған. Шунан инде шешәне үҙе тотоп, ярты һыуҙы эскәйне – бөтөнләй сәләмәтләнеп, көс-хәл кереп, аяғына баҫып, иптәштәренә үлемдән алып ҡалғандары өсөн ҙур рәхмәттер әйтеп, улар менән күрешеп сыҡты, ти.

Түҙемғол шау-шыу килгән яҡҡа боролоп ҡараһа, уны ҡотҡарырға килгән аҙаматтарҙың күбеһе дейеүҙе уратып алған. Түңәрәк эсендә дейеү шарҡылдап көлөп тора, ә аҙаматтар уға яҡын да бара алмайҙар, ти. Ни өсөн тиһәң, саф һауа етмәүҙән тындары ҡыҫылып, улар берәм-берәм аяҡтан йығылып ҡына торалар икән. Быны күреп торған Түҙемғол атаһы ебәргән һыуҙы дүрт тапҡыр уртлап, бер алдына, бер артына ҡарап, бер уң яғына, бер һул яғына әйләнеп, ауыҙындағы һыуҙы бөркөп ебәргән икән, шунда уҡ тонсоҡторғос һауа бөтөп, тирә-яҡты Урал буйындағы саф һауа солғап алған, ә аҙаматтарға көс-хәл инеп, элеккесә батырланып киткән, ти. Шуға бәрәбәр дейеүҙең ғәйрәте кәмей башланы, ти.

Түҙемғолдоң ҡушыуы буйынса, иптәштәре дейеү һарайындағы бөтә байлыҡты бер ергә йыйып өйҙөләр, зиндандағы тотҡондарҙы иреккә сығарҙылар, ә дейеүҙең үҙен ҡыҙыҡ итергә булдылар, ти.

Түҙемғол баяғы әбейҙән:

– Дейеүгә ниндәй яза бирәбеҙ?– тип һораған.

Әбей:

– Тәүҙә мин эшләгән эште эшләтәйек, шунан үҙен тураҡлап ташларбыҙ,– тигән.

Шунан былар дейеүҙән йылға төбөндәге ҡомдо яр башына сығартып, ҡояшта киптертә, кипкәс, яңынан йылғаға ҡойҙорта башланылар, шунан ул ҡомдо, яңынан киптереп, йәнә һыуға түктерттеләр, ти. Был мәғәнәһеҙ эш иртәнән кискә тиклем барған. Дейеү йән тиргә төшөп, арып-талып бөткән, ҡомдо ла илке-һалҡы ғына ташый башлаған, ти. Шунан Тғҙемғол үҙенең булат ҡылысы менән дейеүҙең ике башын бер юлы сабып өҙҙө, ти.

Шул ерҙә дейеү ялынып-ялбарып:

– Йылғама ятып ике генә йотом һыу эсәйемсе!– тип һораған.

Түҙемғол рөхсәт иткәс, дейеүҙең бысраҡ йылға һыуын ике йотоуы булған – ҡырҡылған ике башы үҙ урындарына килеп тә ултырҙы, дейеү үҙе хәлләнеп китте, ти.

Дейеүҙән бындай әште эшләтеүҙең насар икәнлеген белгәс, Түҙемғол дейеүгә үҙе ете көн һауа етмәй интегеп ятҡан ағас төбөнә ултырырға ҡушҡан. Дейеү шунда ултырғас:

– Бигерәк һыуһаным, берәй генә мискә һыу бирер инегеҙ?– ти икән.

Үҙенең йылғаһынан шулай бер мискә һыу эсеп алып, бөтөнләй ғәйрәтләнеп китергә лә тегеләрҙе ҡыйратып ташларға иҫәбе бар икән был дейеүҙең.

Түҙемғол дейеүгә:

– Мин һиңә һыу бирермен. Тик һин миңә теге болотоңдо ғына бына шунда төшөрт!– тигән.

Көсө кәмегәндән-кәмей барған дейеү быға риза булып, ултырған ерҙән генә ауыҙын ҙур итеп асып, өс тапҡыр иҫнәгәйне, туғыҙ юрған ҙурлығы ҡуйы болот ергә төшөп йәйелде лә ятты, ти. Шунан Түҙемғол үҙен үлемдән ҡотҡарышҡан баяғы йөҙ йәшәр әбейҙе саҡырып алып:

– Әбей, хәҙер һинең дүрт яғың ҡибла. Ошо болотҡа ултырып теләгән ереңә кит, һин хәҙер ирекле!– тигән.

Йөҙ йәшәр әбей быға бик ныҡ шатланған, хатта әллә ҡасан кибеп бөткән күҙ йәштәре лә янынан сығып, шатлыҡтан тәгәрәй башланы, ти. Түҙемғол менән уның аҙаматтарына күп рәхмәттәр әйтеп, ҙур теләктәр теләп, теге болотҡа уранып, баш тартҡан яҡҡа осоп китеп тә барҙы, ти.

Түҙемғол, дейеүгә боролоп:

– Бына хәҙер һиңә һыу эсергәндә лә ярай. Тиҙҙән бер мискә һыу килтерерҙәр, ә хәҙергә ошо һыуҙы йотоп тор – тамағың бик кипкәндер,– тип, атаһы ебәргән шешәләге әле эселеп бөтмәгән һыуҙы биргән.

Был һыу дейеүҙең тамағын сылатырлыҡ ҡына булһа ла үҙ эшен эшләгән. Яйыҡ йылғаһының саф һыуынан дейеүҙең бөтөнләй тыны ҡыҫылып, тонсоғоп үлеп ҡалды, шул арала Түҙемғол үҙенең иптәштәре менән дейеүҙең урлап йыйған бөтә байлығын аттарына тейәп алып, тыуған илдәренә ҡайтып киттеләр, ти.

Доступные переводы:

Башкирский (Оригинал)